«Хыялға ҡаршы» —«КОЛЯДА – PLAYS-2017 » XI Халыҡ-ара заман драматургияһы фестивалендә ҡатнаша

«Хыялға ҡаршы» —«КОЛЯДА – PLAYS-2017 » XI Халыҡ-ара заман драматургияһы фестивалендә ҡатнаша

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә, быйыл «КОЛЯДА – PLAYS-2017 » XI Халыҡ-ара Заман драматургияһы фестивале Екатеринбург ҡалаһында 20-30 июндә үтә. 

PLAYS - инглизсә - уйын, төҫтәр уйнауы, ирекле хәрәкәт мәғәнәһен аңлата. Фестивалгә 6 илдең 31 ҡалаһынан, йәғни Рәсәйҙән - Калининградтан алып Уссурийскийға саҡлы төрлө республика һәм өлкәләрҙән, Венгрия, Ҡаҙағстан, Македония, Румыния, Сербиянан театр коллективтары килә. Улар 8 майҙансыҡта Урал регионы драматургтары һәм «Евразия» драматургия фестивале еңеүселәре пьесалары буйынса 37 спектакль уйнаясаҡ.

 Бына шундай күләмле, донъя кимәлендәге ҙур форумға йыйына театр актерҙары, әйткәндәй, был абруйлы фестивалдә Башҡорт академия драма театры тәүгә ҡатнашмай.

Был юлы театр «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, А. Ишбулдина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән саҡырылған һәм 26 июнь көнө Екатеринбургтың «Щелкунщик» балет театрында сығыш яһаясаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb