Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә, 26 июндә театрҙың бер төркөм йәштәре «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, А. Ишбулдина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән «Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә сығыш яһаны.
Спектакль хаҡында Рәсәйҙең билдәле театр тәнҡитселәре менән фекер алышыу булды. «Хыялға ҡаршы» тураһында «Театр газетаһы»нда Вера Цвиткис былай тип яҙа: «Уларҙың (Башҡорт академия театрының) спектаклендә - Шекспир ял итә, боронғо грек Медеяһы тулҡынланыуҙан сәсәй-сәсәй тәмәке тарта, сәхнә реквизиттарын тонналап ҡулланған супер-пупер баш ҡала театрҙары күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй. Бында тәбиғи, ябай, асыҡ кеше Күңеле хаҡимлыҡ итә. Спектаклдә барыһы ла ябай һәм аңлайышлы, башҡортса көйҙәре лә, русса йырлағандары ла йөрәккә үтә. Бында һөйләнелгәндәр - йөҙләгән медеялар, эдиптар һәм антигоналар тарихы, был ваҡиғалар ҡот осҡос, аҡылдан яҙырлыҡ. Әммә был тарихты улар ябай һәм күңелле итеп һөйләй ала. Күңел ҡуҙғыны... Йәш аралаш Артур Кәбиров йырының:
«Капитан карапты ҡайҙа алып киттең!?
Икенсе яҡҡа бор -
Хыялға ҡаршы! », - тигән һүҙҙәрен генә ишетәм...»