Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакленең премьераһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо уңайҙан 11 мартта әҫәрҙең авторы Айгиз Баймөхәмәтов, ҡуйыусы-режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, повесть буйынса пьеса авторы Ангиза Ишбулдина, артист Морат Рафиҡов журналистар менән осрашты. «Ҡалдырма, әсәй!» бөгөнгө көн әҙәбиәтендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан кеүек, был осраҡта ла авторға һәм спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы ижади төркөмгә һорауҙар бик күп бирелде. «Мин үҙем күргәндәрҙе яҙҙым»,- тине Айгиз. «Мин был темаға бер ҡасан да битараф булманым»,- тип һүҙен башланы режиссер һәм тамашасыға тәҡдим ителәсәк премьераның үҙенсәлектәренә туҡталды. Драматургия менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған, башлап яҙыусы Ангизаға ла һорауҙар байтаҡ булды. Мурат Рафиҡов башҡарасаҡ роле хаҡында һөйләне.
Шулай итеп, 17,18 март - яҙҙың үҙ көсөнә көндән- көн нығыраҡ инә барған, сағыу, ҡояшлы көндәрендә театрыбыҙҙа йәнә ваҡиға - премьера - «Хыялға ҡаршы»: йәштәр ижады, актуаль тема, заманса ҡуйылыш!