Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 79-сы ижад миҙгелен тамамланы

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 79-сы ижад миҙгелен тамамланы
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармония тулҡынында. 79…80 fm» тип аталған ҙур концерт менән 79-сы ижад миҙгелен тамамланы.  
   Тамашала филармонияның алдынғы солистары һәм коллективтары: Әлфиә Юлсурина,  Рәфис Сирусин, Лилиә Ишемйәрова, Фларида Иркина, Дамир Тайыпов, шулай уҡ, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, «Далан», «Карауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, филармонияның ҡурайсылар квинтеты һәм башҡалар ҡатнашты. 
   79-сы ижад миҙгеле барышында тамашасы хөкүменә 15 яңы проект тәҡдим ителде. Филармония сәхнәһендә тәүге тапҡыр, ике бөйөк артист - Әлфиә Юлсурина һәм Олег Ханов ҡатнашлығында, музыкаль роман («Һин бәхетле! Ә мин?») ҡуйылды, «Венера Әйүпованың моң ҡунаҡһанаһында», «Орган ағай әкиәттәре» исемле концерттар циклы, Марсель Ҡотоевтың «Төштәге йыр» исемле мажаралы үә хикмәтле тамашаһы һәр бер кешелә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
   Быйылғы йыл филармония тарихында иҫтәлекле ваҡиғалар менән дә хәтерҙә ҡаласаҡ. Бер нисә коллектив үҙенең юбилейын да ҡаршылай. Республикабыҙҙың мәҙәни бренды булған Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле джазмен Олег Киреев етәкселегендәге «Орлан» ансамбленә утыҙ йәш тулды. Шулай уҡ, Олег Ҡасымовтың Эстрада-джаз оркестры ла үҙенең матур юбилейын үткәрҙе. Коллектив Рәсәй джаз сәхнәһендә йылдан йыл популярлыҡ яулай бара тип әйтергә кәрәк, сит төбәктәрҙә сығыш яһай һәм донъя кимәлендә билдәле булған джазмендар менән хеҙмәттәшлек итә. 
   Һандарға килгәндә иһә, быйылғы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары республикабыҙҙың район-ҡалалары, Рәсәй һәм унан тыш төбәктәрҙә 1500 концерт бирҙе. Филармония сәхнәһе аша 200-ҙән ашыу тамаша яңғыраны. Уларҙы ҡарарға тип 220 меңдән ашыу тамашасы килде.
    Филармония Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары ойошмалары, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Телевидение-радио булһынмы ул, гәзит-журнал биттәреме – һәр береһе филармония артистары тормошон, унда үткән концерттарҙы даими яҡтыртып бара. Йомғаҡлау концертында  иң яҡын дуҫтар бүләкләндә,  рәхмәт хаттары тапшырылды. 
   Башҡорт дәүләт филармонияһы 80-се юбилей миҙгелендә лә яңы проекттарға, сюрприздарға бай булыр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb