Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтары Ҡырғыҙстанда сығыш яһай

Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтары Ҡырғыҙстанда сығыш яһай

Әлеге ваҡытта Ҡырғыҙстанда күсмә халыктарҙың 3-сө Бөтә Донъя уйындары бара, Бишкәктә «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этномәҙәни фестивале асылды.

Сарала Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтары сығыш яһай. Улар иҫәбендә — «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө. Башҡорт артистары милли мәҙәни программа тәҡдим итә һәм этнофестивалдә «этнохит» номинацияһында (фольклор һәм эстрада) ҡатнаша.

Спорт ярыштарында ҡатнашыуҙан тыш, Башҡортостан делегацияһы мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған. Республика Милли музейы күргәҙмә ойошторған.

«Этнохит» сараһына фольклор-этнографик ансамблдәр, инструменталь музыка һәм халыҡ йырын башҡарыусылар, шулай уҡ эстрада йырсылары (ижади делегациянан) саҡырылған. «Этнохит» илдең тарихын, мәҙәниәтен һәм халҡының көнкүрешен сағылдырған халыҡ инструменталь музыкаһын, халыҡ һәм эстрада йырын башҡарыуҙы күҙ уңында тота.

 «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивале 4-7 сентябрҙә (Кырчын, «Номад» амфитеатры, Бостери ауылы) уҙа.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb