Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында IV «Бөйөк дала» асыҡ республика башҡорт рок фестивале үтәсәк

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында  IV «Бөйөк дала» асыҡ республика башҡорт рок фестивале үтәсәк

30 июндән 1 июлгә тиклем Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында  IV «Бөйөк дала» асыҡ республика башҡорт рок фестивале үтәсәк.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте.

Сарала  Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең музыкаль рок төркөмдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Конкурс талаптары буйынса, төркөмдәр йәнле тауышҡа йырларға тейеш. Бәйгенең маҡсаты:  милли рок мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын популярлаштырыу һәм үҫтереү.

Ғаризаларалар  25 июнгә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 453800, Башҡортостан Республикаһы, Хәйбулла районы, Салауат Юлаев урамы, 43, район мәҙәниәт йорто. Телефон/факс 8 (34758) 2-15-58, Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34758) 2-15-58, (34758) 2-13-65, (34758) 2-14-76; (347) 289-65-50 — Республика халыҡ ижады үҙәге, 8-927-334-63-99.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb