Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды

Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды

Күптән түгел Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды. Элекке клуб бинаһын хәҙер танырлыҡ та түгел, тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған, ҡыйығы, матди-техник базаһы яңыртылған. Хореография дәрестәре өсөн айырым зал, фольклор мөйөшө, балаларға уйын бүлмәһе булдырылған. Шулай уҡ китапхананың күп функциялы мәҙәни үҙәккә күсеүе - уҡыусылар һанын тағы ла арттырыр тип көтөлә.

Ауыл халҡы хәҙер бында килеп спорт менән дә шөғөлләнә ала, тренажерҙар ҡуйылған, фойела теннис һәм бильярд уйнарға мөмкин. Шашка, шахмат һөйөүселәр өсөн турнирҙар ҙа ойошторола башлаған. Билдәле булыуынса, мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эштәрен башҡарыу, матди-техник базаһын нығытыуға республика һәм район бюджетынан яҡынса биш миллион һум аҡса бүленгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb