20 августа матур йолаға әүерелгән "Бөйөк дала" рок-концерты була. Сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ.
Хәйбулла районының төп брендына әүерелгән "Бөйөк дала" рок концерты быйыл да үҙ тамашасыларын йыя. Сара "Аҡъяр", "Рух", "Майҙан" рок-төркөмдәре ҡатнашлығында Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. Легендар "Дәрүишхан" рок төркөмө лә тыңлаусыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырасаҡ. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошоға тиклем "Бөйөк дала" проекты фестиваль форматында үтте, пандемия ваҡытында ул туҡтап торҙо. Проектты ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте сығыш яһай.