Хәйбулла районында КВН лигаһының үҙенсәлекле финал уйыны үтте

Хәйбулла районында КВН лигаһының үҙенсәлекле финал уйыны үтте

Хәйбуллала бишенсе йыл рәттән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан КВН лигаһының финал уйыны үтә. Тәүҙә ярыш һәр ауыл биләмәһендә ойошторола, унан еңеүселәр район кимәлендә сығыш яһай. Быйыл биш команда финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар – Йәнтештән “Шаянбикәләр”, Бүребайҙан “Беҙҙең урам ҡыҙҙары”, Яңы Ергәндән “Ете кадр”, Федоровканан “Күңелле ҡыҙҙар” һәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән “XL Хәйбулла йөҙө”.
Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, КВН-да ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙ бик теләп ҡатнаша, хатта көтөп ала. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, хужабикәләр бар.

Ҡатын-ҡыҙ шулай уҡ тапҡырлыҡта, зирәклектә көс һынашты, төрлө яҡлап талантын күрһәтте. Әйткәндәй, быйылғы сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Театр йылына бағышланды.
Һәр ярыштың еңеүсеһе була. Баһалама ағзалары гран-приҙы бер тауыштан шаян, дәртле, берҙәм, талантлы “Шаянбикәләр”гә бирҙе.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb