Күптән түгел Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Йыл һайын Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторолоп килә. Бәйгелә ҡатнашыусылар тураһында тулыраҡ:http://kulturarb.ru/ru/news/novosti/v-hajbullinskom-rajone-proshel-detskij-zonalnyj-konkurs-kuraistov
Сәйфулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтов -билдәле виртуоз ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән исемен мәңгелеккә республикабыҙҙың музыка сәнғәте тарихына яҙған шәхес ул.
Ул 1932 йылдың 1 февралендә Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан алып әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес һирәк тембр тауышына эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Сәйфулла Дилмөхәмәтов 1946 йылда Йылайыр районының урман хужалығында урман ҡырҡыусы булып башлай, артабан Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң Матрай машина-трактор станцияһында, «Йылайыр» урман хужалығында, «Башҡорт» совхозында эшләй. 1971-1974 йылдарҙа Иҫке Яҡуп ауылында клуб мөдире булып эшләй.
1976 йылдан алып Сәйфулла Ишғәле улы күрше Хәйбулла районында хеҙмәт итә: Подольск урта мәктәбендә, 1983-1992 йылдарҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡьяр балалар сәнғәт мәктәбенең Подольск филиалында уҡыта.
Ҡурай менән бер ҡасан да айырылмай, бөтә ғүмерен яратҡан музыка ҡоралына бағышлай. Үҙенең тәүге наградаһы 1958 йылда район үҙешмәкәрҙәр конкурсында ҡатнашҡаны өсөн ала. Төрлө йылдарҙа Сәйфулла Ишғәле улы юғары кимәлдәге төрлө конкурстарҙа һәм байрамдарҙа билдәләнә. 1987 йылда Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә лауреат була һәм почетлы билдә менән бүләкләнә. Сәйфулла Дилмөхәмәтов – «Берҙәмлек-Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале (2003 йылда Октябрьский ҡалаһында Гран-при яулай), республика ҡурайсылар конкурсы (1968 йылда Сибайҙа һәм 1998 йылда Өфөлә), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика музыканттар конкурсы (1982 йылда Өфөлә Гран-при яулай) лауреаты.
1982 йылда Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.
Республикала һәм унан алыҫта Сәйфулла Ишғәле улының эшләгән ҡурайҙарын яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Шуның өсөн 1987 йылда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә «Ҡурай- халыҡ музыка ҡоралын эшләү оҫтаһы» исеме бирелә. Үҙенең оҙаҡ йылдар дауамындағы эшмәкәрлегендә Хәйбулла районында тотош быуын ҡурайсыларын үҫтерә, улар уҡытыусыһының эшен намыҫлы дауам итә. Уның эшен баһалап, танылған халыҡ оҫтаһы һәм уҡытыусыға район етәкселеге «Хәйбулла районының почетлы гражданы» исемен бирә.