Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов призына йәш ҡурайсылар бәйгеһе үтте

Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов призына йәш ҡурайсылар бәйгеһе үтте

Сарала республика райондарынан 6 ансамбль һәм 28 айырым башҡарыусы ҡатнашҡан.

Милли музыка ҡоралын пропагандалау, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған бәйге 2000-се йылдар башынан уҙғарыла.

Конкурста 12 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында беренсе урынға Сибайҙан Динислам Утарбаев лайыҡ булған, өлкән төркөмдә Хәйбулла районынан Фәтих Үзбәков еңеү яулаған.

Бәйгелә Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан килгән йәш ҡурайсыларҙың да милли музыка ҡоралында уйнау оҫталығы юғары баһаланған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb