Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылындағы клуб капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланы. Төҙөкләндереү эштәре «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында башҡарыла.  Реконструкциянан һуң сафҡа индерелгән объектта беҙҙең хәбәрселәр ҙә булып ҡайтты.

Йырсы, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәкова Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үтеүенә һөйөнә. Яңыртылған сәхнәлә ул ауылдаштарына яңы ғына ижад иткән «Тыуған яғым» йырын бүләк итте.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, капиталь ремонтҡа тиклем клуб емерек хәлдә була. Бинаның тәҙрә рамдары серей, түбәһенән һыу үтеп йонсота. Хәҙер мәҙәниәт йортон танырлыҡ та түгел.  Етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Яңы аппаратура, йыһаздар һатып алынған.
Үҙешмәкәр артистар сәхнәлә осоп тигәндәй бейене лә, йырланы ла. Халыҡ уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Ауылдаштарының шатлығын  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ла уртаҡлашты.
Төҙөкләндереү эштәренә республика хөкүмәте һәм район хакимиәтенән ҙур сығымдар йүнәлтелгән. Бинаның ҡыйығы яңыртылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған.
Мәҙәниәт йорто янында балалар өсөн уйын майҙансығы, хоккей коробкаһы ла төҙөлә. Киләсәктә район хакимиәте етәкселеге ауылға йәштәрҙе ылыҡтырыу маҡсатында клубты бильярд, өҫтәл теннисы менән йыһазландырырға ла ниәтләй.

Сығанаҡ:  http://tv-rb.ru/bash/novosti

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb