Хәйбулла районының Әбеш ауыл китапханаһы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен уҙғарҙы

Хәйбулла районының Әбеш ауыл китапханаһы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен уҙғарҙы

Хәйбулла районының Әбеш ауыл китапханаһы “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһен уҙғарҙы. Бәйгене асып китапханасы Кускильдина Мәликә Хәлил ҡыҙы үҙе ижад иткән “Йөрәк һүҙҙәрем” шиғырын ҡыҙы Айгүзәл Кускильдина менән һөйләнеләр.

Артабан һигеҙ пар бәйгесе үҙҙәренәң йөрәк һүҙҙәрен әйтер өсөн сәхнәгә сыҡтылар. Беренсе бәйгесебеҙ Эльвира Юнысова ҡыҙы Наҙгөл менән Зөлфиә Ханнанованың “Тыумаған бала зары” шиғырын һөйләгәндә тамашасылар тыныс күңел менән тыңлай алмағандыр, моғайын.

Әсәле –ҡыҙлы Миңзәлә Мөхәмәтова һәм Нурсилә Ибраһимова Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын һөйләгән ваҡытта һәр кемде тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға саҡырһа, уларҙа заманыбыҙҙың һыҙланыу-әсенештәре лә сағылды. Шиғриәт донъяһы асылып бөтмәгән сер. Быға күп кенә шиғыр аша инергә мөмкин. Әйләнә-тирәне, туған телебеҙҙе бар матурлығы менән тойор,бер үк мәлдә әллә күпме кисереш эсендә йәшәр өсөн, бөйөк шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын белеү ҙә етә.

Сәхнә түренә сыҡҡан бәйгеселәр Фәрит һәм ҡыҙы Айзилә Юнысовтар -Зәйнәб Биишеваның “Ғүмер юлы”,”Һағыныу”, Гөлназ һәм улы Ирәндек Суриндар -Ш.Бабичтың “Башҡортостан”, Әлфиә һәм улы Илгизәр Суриндар- Р.Бикбаевтың “Халҡыма хат” , Фәнүзә Сурина һәм улы Марат Нурғәлин - Р.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” шиғырҙары менән иҫбат иттеләрҙә инде.

Шиғриәт тигән серле донъяға үҙ моңо, үҙ тауышы менән килеп ингән Рәүилә Ишемғолова “Уйҙарым” шиғыры менән бәйгенең бәҫен арттырҙы. Әлфиә һәм Әнүәр Аҡҡужиндар “Аңла йөрәгемде” шиғырын һөйләп кенә түгел, ә йырлап та ишеттереп тамашасыларҙың күңелдәрен яуланылар. Шиғыр булған ерҙә йырҙа була, бәйге йыр –бейеүҙәр, ҡурай моңдары менән үрелеп барҙы.

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә, ти халыҡ. Шиғыр тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алды тамашасылар. Был матур башланғыс алдағы йылдарҙа ла дауам итер.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb