Хәниә Фәрхи исемендәге I төбәк-ара фестиваленең еңеүселәре билдәләнде

Хәниә Фәрхи исемендәге I төбәк-ара фестиваленең еңеүселәре билдәләнде

Тәтешле районының Юғары Тәтешле Мәҙәниәт һарайында Хәниә Фәрхиҙе иҫкә алдылар.

Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә "Онотолор тимә" исеме аҫтында  I төбәк-ара вокал фестивале уҙҙы. Фестивалдең идея авторы – артистканың бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина.

Конкурс ике этапта узған. Беренсе этап - ситтән тороп үткәрелгән. Ҡатнашыусылар 1 майға тиклем  йырҙарын электрон рәүештә ебәргән. Барыһы 200 ғариза ҡабул ителгән. Һайлап алыу турында 56 башҡарыусы ҡатнашҡан. 

Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: Башҡортостандың күпселек райондары, Татарстандың Сарман, Ютазы райондары, Түбән Кама, Ҡаҙан, Саллы ҡалаларынан, Ханти-Мансийск, Силәбе, Екатеринбург ҡалалары,  Пермь, Ырымбур, Свердловск, Ижау, Ямал-ненец өлкәләренән килеүселәр ҙә булған.

Жюри тарафынан лайыҡлы тип табылған конкурсанттар "Еңеүгә ынтылыш өсөн", "Өмөт", "Ышаныс", "Халыҡсанлыҡ", "Иң ихлас башҡарыусы", "Тәьҫирле  тауыш", "Хисле башҡарыусы", "Үҙенсәлекле башҡарыу", "Конкурс асышы", "Иң йәш башҡарыусы" номинацияларында бүләкләнде.  

Беренсе һәм икенсе урындар "профессионалдар" һәм "үҙешмәкәр"гә бүленеп бирелде. II дәрәжә диплом менән "профессионалдар" төркөмөндә Руфина Ямбелдина (Нефтекама), Светлана Шәйехова ( Тәтешле), Рәүис Суфияров (Тәтешле) бүләкләнде. "Үҙешмәкәр"ҙән икенсе урынға Светлана Ғәлиева (Балтас районы), Гөлфинә Илтимерова (Тәтешле) лайыҡ булды.

Беренсе урынға "профессионалдар"ҙан Алия Шамукова (Нефтекама), "үҙешмәкәр"ҙән Миләүшә Ғилемханова (Өфө), Илнур Ғәзизов (Туймазы), Илһөйәр  Зарипова (Саллы) лайыҡ, тип табылды.

Бәйгенең төп бүләге - Гран-Приға Тәтешле ҡыҙы, Ҡаҙан Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солисы Нәфисә Назарова лайыҡ  булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb