Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» исемле йыр бәйгеһе ойошторола

Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә  «Онотолор тимә»  исемле йыр бәйгеһе ойошторола

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе үтәсәк.  

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы иҫтәлегенә конкурс проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Ул 30 майҙалегендар йырсының тыуған көнөндә Хәниә Фәрхиҙең Хәтер кисәһен үткәрергә күҙаллай.

Хәниә Фәрхлислам ҡыҙы Биктаһирова 1960 йылдың 30 майында Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған, күрше Бәҙрәш мәктәбендә белем алған. Уның башҡарыуында "Әлдермешкә ҡайтам әле", "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә", "Онотолор тимә", "Ҡышҡы сейә" тигән йырҙары киң билдәле. Хәниә Фәрхи репертуарында 300-ҙән ашыу йыр бар.

Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә 57 йәшендә тыуған төйәгендә Тәтешле районында бик иртә китеп барҙы, ул Ҡазанда ерләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb