22 июндә Республика Хәрби Дан музейында Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арналған «Хәтер шәме» акцияһы уҙҙы.
22 июнь – илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле даталарҙың береһе. 81 йыл элек тап ошо көндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың 22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә нацист Германияһы, алдан иҫкәртмәйенсә, Советтар Союзына һөжүм итә.
«Хәтер шәме» акцияһында ҡатнашыусылар Освенцим концлагеры тотҡондарының береһе – Өфөлә йәшәүсе Виталя Мосалыгинаның сығышын тыңланы. Ул һуғыш башланған көндө, фашистар баҫып алған ҡалала йәшәгән мәлдәре һәм концлагерҙа кисерелгән ҡот осҡос хәлдәр тураһында һөйләне.
Музейға килеүселәр шәмдәр тоҡандырҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Акцияла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда» экскурсияһы үткәрелде.
Республика Хәрби Дан музейы алдында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Хәтер тере» концерты үтте. Еңеү паркы һәм музей ҡунаҡтары яҡшы таныш көйҙәрҙе яратып тыңланы һәм театр артистарын йылы ҡабул итте.