11 апрелдә Республика Хәрби Дан музейында Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған «Иҫләүе лә ҡурҡыныс, онотоу ҙа мөмкин түгел» исемле сара үтте.
Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа хеҙмәт ветераны, волонтер Раиса Хәйруллина, Өфө ҡалаһы Калинин районының Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Лидия Карпова, Өфөнөң «Шорашим» («Беҙҙең тамырҙар») йәһүдтәр ойошмаһы гәзитенең баш мөхәррире Элла Молочковецкая, Фройденштадт ҡалаһы лагеры тотҡоно Инна Макарованың ейәне Евгений Макаров, Өфө художество-гуманитар колледжы һәм 56-сы мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Сара ҡунаҡтары йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҡташтарыбыҙ күрһәткән ҡаһарманлыҡтар, ватандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар хаҡында һөйләне. Тотош халыҡтарҙы юҡ итеүгә йүнәлтелгән яуыз нацистик сәйәсәт ҡорбандарын иҫкә алыу хөрмәтенә шәмдәр ҡабыҙылды һәм бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Өфө медицина колледжы студенттары, «Йәш ижадсы» йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре Александр Чернышев һәм Анастасия Мартынес сараны матур сығыштары менән биҙәне.
Сара һуңында ҡатнашыусылар концлагерь тотҡондарына арналған музей экспонаттарының өҫтәл күргәҙмәһе менән танышты һәм дөйөм фотоға төштө.