Өфөлә хәрби осоусыларға һәйкәл урынлаштырыла. Мемориаль комплекс баш ҡаланың аэроклуб курсанттары иҫтәлгенә ҡуйыласаҡ, тип хәбәр итәләр Республика Мәҙәниәт министрлығынан. Һәйкәл проекты конкурсы һөҙөмтәләренә ярашлы, скультура сәнғәт оҫтаһы Александр Дворник эскизы буйынса ҡойола. Мемориаль комплекста хәрби самолет ҡанатында бейегән осоусы һынландарылырға тейеш. Бының өсөн легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәйевтың образы алына. Ғөмүмән, һәйкәл ҡасандыр Өфө аэроклубын тамамлаған данлыҡлы 14 хәрби осоусы хөрмәтенә ҡойола, тип белдерәләр Республика ветерандары берлегенән.