Хөрмәтулла Үтәшев тураһында китап-альбом донъя күрҙе

Хөрмәтулла Үтәшев тураһында китап-альбом донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тураһында «Таштуғайҙың ике батыры: Хөрмәтулла Үтәшев. Тормошо һәм ижад юлы» исемле китап-альбом донъя күрҙе. Төҙөүселәре – Динара Ҡәйүмова һәм Зөлфиә Ҡарабаева.  

Китап «Сәхнә генералы – Хөрмәтулла Үтәшев», «Халыҡ һөйөүе – мәңгелек», «Тыуған бишек – киң донъяға ишек», «Ата-әсәйем мөхите» исемле бүлектәрҙән тора.

Баҫмала театр тәнҡитселәре, актерҙың коллегалары фекерҙәре, шулай уҡ  Хөрмәтулла Ғаззали улының хәтирәләре урын алған.Һуңғы бүлектә Ғаззали батыр тураһында мәҡәлә баҫылған.

Китаптың һуңғы биттәрендә актерҙың тормош һәм ижад юлының төп ваҡиғалары, уйнаған ролдәр исемлеге, Хөрмәтулла Үтәшевтың руссанан башҡортсаға тәржемә иткән пьесалар исемлеге урын алған.

Яңы китаптың исем туйы тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында һәм Үтәшевтарҙың тыуған яғы – Хәйбулла районында буласаҡ.

Баҫманы Өфөнөң китап магазиндарында һатып алырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb