ЯЯңы проект сиктәрендә сәхнә оҫталары сабый көткән йөклө ҡатындар һәм бәләкәй бала үҫтергән әсәләр өсөн концерт программаһы менән сығыш яһай.
Музыкаль осрашыуға килгән кескәйҙәрҙең ата-әсәләре әйтеүенсә, ошондай концерттар балаларҙа тарихҡа, музыкаға һөйөү уятыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.
«Арғымаҡ»этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, балалар алдында сығыш яһау оло яуаплылыҡ. Сөнки улар киләсәк тамашасылары, музыкаға һөйөү тәрбиәләү, дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим. Шуға күрә төркөм балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең даими ҡунаҡтары.
Киләһе аҙналарҙа ла Башҡорт дәүләт филармонияның Бәләкәй залындағы музыкаль осрашыуҙар дауам итәсәк.