Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡурай-баттл» үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡурай-баттл» үтте

Төбәк-ара йәштәр музыка фестивале быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Конкурсанттар ике этапта башҡорт милли музыка ҡоралында уйнау оҫталығын төрлө йүнәлештәрҙә күрһәтте. Һайлап алыу турын үткәндәр финалда ҡатнашыу мөмкинлеген алды. 

10 конкурсант тәүҙә музыкаль ринг форматында, һуңынан оркестр оҙатыуында һынау тотто. Сәхнәнән башҡорт халыҡ һәм классик көйҙәр менән бергә сит ил композициялары ла яңғыраны.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы "Ҡарауан" төркөмө ҡурайсыһы Илнур Һибәтуллин еңеү яуланы. Йәш ҡурайсыларҙы асыҡлауҙы һәм уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған музыкаль ринг телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Тамашасылар бәйгене республиканың төп телеканалында ҡарай аласаҡ. Ойоштороусылар фестиваль һуңғыһы булмаҫ тип ышандыра. Сөнки һуңғы йылдарҙа ҡурай моңо донъя киңлектәрен әүҙем яулай.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb