Өфөлә китап йыйыуға арналған хәйриә акцияһы башланды. Бында теләгән һәр кем махсус фондҡа китап тапшыра ала. Уларҙың барыһы ла балалар йорттарына, интернаттарға, дауаханаларға, приюттарға һәм ҡаланың башҡа социаль учреждениеларына тәғәйенләнә.
Әҙәбиәт Өфөнөң Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһындағы һәр китапханала ҡабул ителә. Был системаға ҡаланың үҙәк китапханаһы, 27 китапханалар филиалдары, үҫмерҙәрҙең модель китапханаһы инә.
Сығанаҡ: http://yuldashfm.ru/yakshy-dus-kitap