Иң яҡын кешегеҙҙе 8 Март байрамы менән ҡотларға ашығығыҙ

Иң яҡын кешегеҙҙе 8 Март байрамы менән ҡотларға ашығығыҙ

Иң һөйөклө, хөрмәтле, яғымлы, матур кешеләребеҙ...Әсәйҙәр!!! Кемдеңдер әсәһе яҡында, кемдекелер-алыҫта, әммә нисек кенә булмаһын, улар һәр саҡ беҙҙең йөрәк түрендә. Беҙ бар ҡайғылырыбыҙҙы ла, шатлыҡтарыбыҙҙы ла улар менән уртаҡлашабыҙ, кәңәш һорайбыҙ, тәжрибә алабыҙ.

Яҡынлашып килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы #ярисуюмаму тигән акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Бының өсөн:

-был яңылыҡты социаль селтәрегеҙгә репост эшләгеҙ;

-әсәйегеҙҙең һүрәтен (портретын) эшләп, фотоға төшөрөгөҙ һәм Инстаграм йәки Вконтакте селтәренә #ярисуюмаму тигән хештег менән һалығыҙ;

-әсәйегеҙҙең, үҙегеҙҙең исемегеҙҙе һәм йәшегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.

Акция 6 мартҡа тиклем дауам итәсәк. 7 мартта компитентлы жюри ағзалары йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Еңеүселәрҙе ТЦ «Аркада»ның матур бүләктәре көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb