Иглин районында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте

Иглин районында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрам сараһы үтте

Иглин районының Мәҙәниәт йорто фойеһында райондың ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеген сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, республиканың бер быуатлыҡ юбилейын район лайыҡлы ҡаршылай. Иглиндар эш урындарында, ижадта һәм спорт өлкәһендә лә һынатмай. Тантаналы йыйылышта райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт уңғандары Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Күп кенә хеҙмәт ветерандары "Иглин районының почетлы гражданины" һәм республиканың 100 йыллығы уңайынан сығарылған юбилей миҙалдарына лайыҡ булды.

Байрам райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары әҙерләгән концерт програмаһы менән тамамланды. Театрлаштырылған тамаша район тарихының республика тормошона тығыҙ бәйләнеүен күрһәтте.

Иглиндар данлыҡлы яҡташтары менән ғорурлана ала:  улар араһында шағирә һәм драматург, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөҙәрисова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әнисә Дилмөхәмәтова, билдәле дирижер Александр Вакульский,  рәссам, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Романов, РФ һәм бр Журналистар союзы ағзаһы Геннадий Зайцев һәм башҡалар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Байрам райондың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары әҙерләгән концерт програмаһы менән тамамланды. Театрлаштырылған тамаша район тарихының республика тормошона тығыҙ бәйләнеүен күрһәтте. Иглиндар данлыҡлы яҡташтары менән ғорурлана ала:  улар араһында шағирә һәм драматург, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөҙәрисова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әнисә Дилмөхәмәтова, билдәле дирижер Александр Вакульский,  рәссам, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Романов, РФ һәм бр Журналистар союзы ағзаһы Геннадий Зайцев һәм башҡалар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb