Иглин районында «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара фестивале уҙғарыла

Иглин районында «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара фестивале уҙғарыла

6-7 июлдә  Иглин районында «Мәргән уҡсы» традицион яндан уҡ атыу буйынса III халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Фестивалдең маҡсаты – халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү, атта һыбай килеш уҡ атыуҙы һәм традицион яндан уҡ атыуҙы популярлаштырыу.

Фестиваль сиктәрендә ике турнир – район хакимиәте башлығы бүләгенә атта һыбай килеш уҡ атыу һәм традицион яндан уҡ атыу буйынса турнир ойоштороласаҡ. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 12 уҡсыһы асыҡлана.

Шулай уҡ «Евразия кубогы» халыҡ-ара турнирын уҙғарыу күҙалланған. Унда Башҡортостан Республикаһы йыйылмаһы, Рәсәй төбәктәренән һәм сит дәүләттәрҙән уҡсылар ҡатнаша.

  Словакиянан, Германиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Белоруссиянан, Башҡортостандан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb