Иглин районында мәргән уҡсылар ярышы үтте

Иглин районында мәргән уҡсылар ярышы үтте

Бишенсе тапҡыр ойошторолған "Мәргән уҡсы" бәйгеһе иллеләп ҡатнашыусыны (37 ир-егет, 16 ҡатын-ҡыҙ) бергә йыйҙы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла традицион милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.

Тотош ил кимәлендә киң билдәлелек яулаған сара - «Мәргән уҡсы» фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр  йылдан-йыл арта. Быйыл унда Башҡортостандың ҡала-райондарынан тыш, Екатеринбург, Мәскәү, Ярославль ҡалаларынан, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Удмуртиянан кешеләр килде. Бәйге 3 номинацияла үтте.  

Фестиваль майҙансыҡтарында яндан уҡ атыу, башҡорт аш-һыуын бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, кәсепселәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb