Иглин районында уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестиваль уҙғарылды

Иглин районында уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестиваль уҙғарылды

Республикала Уғатарҙар фестивале өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Быйылғы фестивалдә Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, күрше Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан Республикаларынан, Белорусиянан, Словакиянан, Германиянан спортсылар ҡатнашты. Барлығы 80-дән ашыу кеше бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡараны.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, төп маҡсат күберәк кешене спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға йәлеп итеү. Сөки уҡтан атыу организм өсөн бик файҙалы. Кеше кәүҙәһен тура тоторға өйрәнә, был спорт төрө маҡсатҡа ынтылыш та тәрбиәләй.

Фестиваль ике көн дауам итте. Сара сиктәрендә уҡ-һаҙаҡ эшләү, атыу, башҡорт милли аш-һыуҙарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Майҙанда ҡунаҡтары өсөн райондың алтын ҡуллы оҫталары әҙерләгән ҙур күргәҙмә тәҡдим ителде.

Ойоштороусылар фекеренсә, был фестиваль этнотуризмды үҫтереү йәһәтенән дә әһәмиәтле, сөнки уғатарҙар ярышын тамаша ҡылырға килеүселәр һаны йылдан-йыл арта.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb