Иглин районында «Ҡалҡан һәм лира» үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте

Иглин районында «Ҡалҡан һәм лира» үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте

Сарала Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Йыл һайын ойошторолған ижади конкурс быйыл Башҡортостандың һәм Республика Эске эштәр министрлығының 100 йыллығына арналды. Фестивалдә Иглин полицейскийҙарынан тыш, Нуриман, Архангел, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хоҡуҡ һаҡсылары ҡатнашты.һәм лира» тип аталған үҙешмәкәр сәнғәт фестивале үтте

Сәхнәлә дәртле йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр, полиция хеҙмәте тормошонан инсценировкалар күрһәтелде. Сағыу һәм бай йөкмәткеле тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.

12 мартҡа тиклем "Ҡалҡан һәм лира" фестивале концерттары республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтәсәк. Билдәләнгән һәр зонала 5 район вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Еңеүселәр июндә Волдгоградта Бөтә Рәсәй фестивалендә сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb