Иглин тауышы конкурсы дауам итә

Иглин тауышы конкурсы дауам итә

Иглин район үҙәгендә популяр федераль телепроектҡа оҡшаш бәйгенең икенсе этабы үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәләттәрен сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары, үҙешмәкәр ансамблдәр етәкселәре баһаланы. Мәҙәниәт йорто сәхнәһенә утыҙ өс вокалист сыҡты.

Улар ноябрҙә тәүге һайлап алыу турын уңышлы үтеп, остаздар – көслө музыканттар менән етди әҙерлек эше алып бара. Конкурс талаптарына ярашлы, барыһы ла сәхнәлә тере тауышҡа йырланы. Иглиндәр йәнә тыуған ерен данлап, сәнғәткә ғашиҡ булыуын күрһәтте.

Икенсе этапты уңышлы үткән конкурсанттар декабрь аҙағында йәнә осраша. Көсөргәнешле бәйге көтөлә. Жюри ағзалары билдәләүенсә, "Иглин тауышы" яңы таланттар асҡан. Иң кесе ҡатнашыусыға биш кенә йәш булһа, иң өлкәне һикһән биш йәшен тултырған. Сарала ҡатнашыусылар мәктәптән, эштән һуң, мәҙәниәт йортонда репетицияларға йыйылып, үҙ-ара дуҫлашып та бөткән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb