Кисә «Йәшлек House » йәштәр киңлегендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм БР буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов «Осҡон» халыҡ студенттар театры актёрҙары менән осрашты. Йәштәр Жанр Кусаинованың «Улар килде» пьесаһы һәм Светлана Алексиевичтың «Һуңғы шаһиттар» китабы буйынса «Һуңғы шаһиттар» спектакле менән «Иң яҡшы йәштәр постановкаһы» номинацияһында «Театр Волга буйы» фестиваленең III дәрәжә лауреаттары булды.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов һәм республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Игорь Анатольевич коллективты еңеүе менән ҡотланы һәм спектакль өҫтөндә ҙур эш башҡарылыуын билдәләне, айырыуса төп ролдәрә уйнаусыларҙы айырым билдәләп үтте.
- Арағыҙҙа университетты тамамлағандан һуң да театрҙа уйнауын дауам иткән һәм беҙҙең фестивалдә ҡатнашҡан кешеләр барлығын беләм. Был спектакль миндә көслө хис-тойғолар уятты. Материал бик көнүҙәк һәм ҡатмарлы, айырыуса балалар өсөн. Йәштәрҙең һуғыштың нимә икәнлеген белеүе һәм уның эҙемтәләрен аңлауы мөһим, - тип билдәләне Игорь Комаров.
"Осҡон" студенттар театры труппаһы пландары менән уртаҡлашты - Михаил Булгаковтың «Мастер һәм Маргарита» романы буйынса яңы спектакль ҡуйырға һәм «Театрлы Волга буйы»нда беренсе урын алырға. Игорь Комаров йәштәрҙең еңеүселәргә гранттар күләмен арттырыу тәҡдимен хупланы.
Әңгәмә барышында етәкселәр шулай уҡ үҙ пландары, киләсәккә маҡсаттары менән таныштырҙы. Унда ҡыҫҡа метражлы, шулай уҡ тулы метражлы фильмдар төшөрөү мөмкинлектәре тураһында фекер алыштылар. Коллективта ағзалары Башҡортостан Республикаһы нигеҙендә йәштәрҙең һәүәҫкәр кино фестивален ойошторорға тәҡдим итте. Етәкселек был башланғысты хупларға әҙер булыуын белдерҙе һәм проекттың концепцияһын әҙерләүҙәрен һораны.