"Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат һәм Байегет " тамашаһы йәнә сәхнәгә сыға

"Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат һәм Байегет " тамашаһы йәнә сәхнәгә сыға

23-24 ноябрҙә "Башҡортостан " дәүләт концерт залында 14 йыл үткәс йәнә " Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат һәм Байегет " тамаша йәнә сәхнәгә сыға.  

Билдәле йырсы һәм актерҙар Сәғиҙулла Байегет, Азат Йыһаншин һәм Азамат Ғафаров яңы музыкаль проект менән тамашасыларҙы һөйөндөрөргә йыйына. “Өс егет” тәүге тапҡыр 2003 йылда сәхнәләштерелгәйне. 14 йыл үткәс егеттәр донъяға яңыса ҡараш, яңы образдарҙа тамашасылар менән осрашырға ниәтләй.

Күптән түгел Башҡортостан ДТРК–һының Рәсәй медиа үҙәгендә «Их өс егет, өс егет, Азат, Азамат, Байегет» проектына бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Театрлаштырылған тамашаның проект үҙенсәлектәре тураһында республиканың билдәле актерҙары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет, Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров һәм Алмас Әмиров һөйләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb