Ишембай ҡалаһы рус һәм башҡорт телдәрендә ижад иткән үҙешмәкәр шағирҙарыбыҙҙы “Илһам шишмәләре-2017” шиғриәт бәйгеһенә саҡыра.
Сараны ойоштороусылар: Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы, муниципаль райондың мәҙәниәт бүлеге.Быйылғы шиғриәт байрамы Экология йылы, Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланылған тәбиғәт территориялары йылы сик-тәрендә һәм рус шағирәһе Марина Цветаеваның 125 йыллығына арналып уҙғарыла.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр төрлө шиғри жанрға ҡараған бәләкәй формалағы биштән кәм булмаған ижади эшен тәҡдим итә ала.
Ғаризалар һәм эштәрҙе 25 ғинуарҙан 15 февралгә тиклем Ишембай ҡалаһы, Революция урамы, 6-сы йортта урынлашҡан үҙәк китапханаға тапшырырға мөмкин.
Гүзәл Багаева