Йыл дауамында беҙ кино йылына арналған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Сәнғәттең арбағыс был төрө тураһында белемебеҙҙе арттырҙыҡ, тарихи, документаль, нәфис фильмдар, яратҡан актер, артист, режиссерҙар тураһында күберәк белдек. Ваҡытлы матбуғат, телевизион тапшырыуҙар аша ошо сихри донъя серҙәренә тәрәнерәк сумдыҡ тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, китапханала тағы бер сара ойошторҙоҡ. Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында Н. Крупская исемендәге кинотеатрҙың беренсе директоры Хәсән Рөстәмов тураһында иҫтәлекле хәтирәләр менән бүлештек. Ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған ҡыҙы, Асия Рөстәмова ла атаһы тураһында тәьҫораттарын еткерҙе, ғаилә архивындағы фотоһүрәттәрҙе күрһәтте. Ырымбур педагогия техникумында уҡытыусы һөнәрен алғас, Мәләүездә 13 йыл дауамында мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Кино, театрҙы һөйгән, яҡташыбыҙҙың абруйлы һәм тәрән аҡыллы булыуын иҫәпкә алып, Рөстәм Фәхретдин улын “Космос” кинотеатры директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Кино йылына арнап күрһәтелгән слайдтарҙы хеҙмәткәр Анна Кузнецова, викторина һорауҙарын әҙерләгән Ольга Данилованың сығышы ҡатнашыусыларға оҡшаны. Уҡытыусы Розалия Әлимғужина балалар исеменән китапхана хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәтен еткерҙе.
Сығанаҡ: “Көнгәк” гәзите,Рәзилә Ҡотлоғилдина