Илдар Абдразаҡов хәйриә концерты менән Өфөлә сығыш яһай

Илдар Абдразаҡов хәйриә концерты менән Өфөлә сығыш яһай

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов хәйриә концерты менән Өфөлә сығыш яһаясаҡ. Сара 25 апрель көнө «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.

Тамаша йырсының 20 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә уҙа.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, концертта Илдар Абдразаҡов һәм Мариин театры йырсыһы Сергей Скороходов күренекле операларҙан ария һәм дуэт башҡарасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb