Илдар Абдразаҡов Красноярскиҙа «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концертында сығыш яһаясаҡ

Илдар Абдразаҡов Красноярскиҙа «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концертында сығыш яһаясаҡ

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Дмитрий Хворостовскийҙың ғаиләһе һәм дуҫтары ойошторған «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концерты 26 августа Красноярскиҙа уҙа. Донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары ҡатнашлығында бындай форматтағы концерт Красноярскиҙа тәүгә була.

Донъя Дмитрий Хворостовскийҙы юғалтҡандан һуң ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ул — бөйөк опера йырсыһы, үҙенә ярҙамға мохтаж бик күп бала яҙмышын һыйҙырған ҙур йөрәкле кеше. Артист ҡына түгел, «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» проектын ойоштороусы ла.

«Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концерты тәүге тапҡыр 2014 йылда Мәскәүҙә үтте. Тағы ла берәүһе бер йылдан Өфөлә булды, унда ауырыу балаларға ярҙамға 20 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Был концерттарҙы Дмитрий Хворостовский, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы балаларҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов һәм Русфонд ойошторҙо.

Концертты ойоштороусылар хәбәр итеүенсе, унда донъя опера сәхнәһенең алдынғы солистары – Дмитрий Хворостовскийҙың дуҫтары: Илдар Абдразаҡов, Хибла Герзмава, Стивен Костелло, Айгөл Әхмәтшина, Борислав Струлев ҡатнаша. Концерт Красноярск академия симфоник оркестры оҙатыуында уҙа, был көндө пульт артына Дмитрий Хворостовскийҙың дуҫы Константин Орбелян баҫа – ул йырсының байтаҡ сығыштарын оҙатҡан.

Шулай уҡ концерт программаһында Красноярск крайының йәш таланттары – Д.А. Хворостовский исемендәге Красноярск опера һәм балет театры солистары — Дарья Фролова, Севастьян Мартынюк, Денис Гречишкин, Павел Анциферов һәм бөйөк себер йырсыһы тамамлаған Красноярск сәнғәт институты студенттары ҡатнашасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb