Ошо көндәрҙә Өфөлә “Рәсәйҙең музей маршруттары” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә проект-аналитика һәм презентация сараһының һуңғы этабы уҙғарыла. Сараның маҡсаты – Рәсәй граждандары араһында уникаль мәҙәни-тарихи мираҫты популярлаштырыу, мәҙәни әйләнешкә күберәк тарихи әһәмиәтле объекттарҙы йәлеп итеү.
Төп сессияларҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, РФ Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, Рәсәйҙең федераль һәм төбәк музейҙары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль музейҙары етәкселәре ҡатнаша. Программа сиктәрендә эшлекле осрашыуҙар, проект-аналитика сессияһы, пленар ултырыш, Башҡортостан музейҙарының презентацияһы, алдынғы музей белгестәре һәм туристик индустрия вәкилдәре ҡатнашлығында методик кәңәшмә, эксперт түңәрәк өҫтәле ҡаралған.
Тармаҡ профессионалдары яңы маршруттар булдырыуҙы, туристарҙы йәлеп итеү алымдарын, музейҙарҙың эш механизмын, берләшмәне ойоштороу һәм үҫтереү йүнәлештәрен тикшерәсәк, Рәсәйҙең мәҙәни, рухи, тарихи һәм патриотик мираҫын һаҡлау, музей туризмын системаға һалыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен өйрәнәсәк.
Проектта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Башҡортостандың бер нисә музейына, шул иҫәптән Өфөләге Милли музейға, В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына, "Шүлгәнташ" музей комплексына барасаҡ.
– Беҙҙең өсөн "Музей маршруттары"н ҡабул итеү – ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ менән бер рәттән һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрҙе күрһәтеү мөмкинлеге лә. "Музей маршруттары"н республика халҡын рухи-мәҙәни мираҫҡа ҡыҙыҡтырырлыҡ ҡорал булараҡ та күрәбеҙ. Рәсәйҙәрҙең эске туризмға ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта, был музейҙар алдына яңы бурыстар ҡуя. Уларҙы хәл итеүҙә “Рәсәйҙең музей маршруттары” проекты мөһим роль уйнай – ул мәҙәни-танып белеү туризмын үҫтереү өсөн төрлө институттар йыйҙы, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
“Рәсәйҙең музей маршруттары" проекты 2021 йылда эшләй башланы. Быйыл тематик саралар илдең 12 төбәгендә үтә. Проект киң аудиторияның иғтибарын уникаль мәҙәни-тарихи мираҫҡа йәлеп итергә, мәҙәни әйләнешкә әһәмиәтле объекттарҙы индерергә, шулай уҡ музейҙарҙы үҫтереү буйынса заманса алымдар табырға ярҙам итергә тейеш. 2022 йыл дауамында проектҡа Мәскәү, Ленинград, Ярославль, Кемеров, Төмән, Мурманск, Ростов өлкәләре, Краснодар крайы, Мари Иле Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡушылды. Йомғаҡ йыл аҙағында Санкт-Петербург халыҡ-ара мәҙәни форумы сиктәрендә яһала.