27 апрелдә Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетында күптән көтөлгән " Мәскәү һылыуҡайы – 2023” матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Унда Башҡортостандың ун ҡыҙы ҡатнашты.
Гүзәллек бәйгеһендә сығыштары менән башҡорт милләтенән йәки Башҡортостандан булған йәш ҡыҙҙар сығыш яһаны. Конкурс барышында ҡыҙҙар башҡорт кәсептәрендәге оҫталыҡтарын, милли бейеүҙәр һәм йырҙар башҡарыу буйынса һәләттәрен күрһәтте, шулай уҡ матурлыҡта, зирәклектә, башҡорт мәҙәниәтен белеүҙә үҙҙәрен һынаны.
Конкурсты ойоштороусылар - Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университеты, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандың Мәскәүҙәге власть органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппараты, Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы, шулай уҡ «Йәсмин» ижади студияһы.
Гран-приҙы Өфөнән Айһылыу Ишбаева яуланы, беренсе вице-мисс - Туймазынан Рената Ғәниева, икенсе вице-мисс - Өфөнән Алина Мәзитова, ә өсөнсө вице-мисс - Аҡъярҙан Резеда Ҡотлобирҙина. Еңеүсе ҡыҙ ҡашмау менән бүләкләнде.