Илдән ашмаҡ юҡ – Нәркәстең Тимерханға әйткәне

Илдән ашмаҡ юҡ – Нәркәстең Тимерханға әйткәне

2017 йыл үҙ хакимлығына көндән – көн ышаныслыраҡ инә бара. Яңы йыл каникулдарында ла илһамланып эшләгән театр коллективы быйылғы йылды яңы спектаклдәр, өр-яңы проекттар өҫтөндә репетициялар менән башланы.

«Нәркәс» (И. Йомағолов, реж. И. Ғиләжев, композиторы - У. Иҙелбаев) мелоромантик трагедияһы 2001 йыл аҙағында сәхнә күргәйне. 16 йыл дауамында спектаклде меңәрләгән тамашасы ҡараған, «Нәркәс» төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан, ошо арыуыҡта ҙур мөхәббәт хаҡындағы был аҫыл әҫәрҙе сәхнәлә күрергә теләүсе яңы быуын үҫеп еткән.

«Нәркәс»тең яңыртылған вариантын тамашасылар февраль айында күрәсәк. Нәркәс - Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Гөлназ Хайсарова, Тимерхан – Руслан Хайсаров, Артур Кәбиров. Башҡа ролдәрҙә лә, һиҙелерлек үҙгәрештәр бар, Мәҫәлән, Зөмрәтте өс актриса – Суфия Ҡорбанғәлиева, Тәнзилә Хисамова, Айһылыу Йомағолова башҡарасаҡ. Шулай итеп, «Нәркәс» тиҙҙән яңыртылған, сәхнә биҙәлеше лә заманлаштырылған фиғелдә халыҡҡа тәҡдим ителәсәк.

Сығанаҡ: http://bash.bashdram.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb