Илеш районы Иҫке Күктау ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

Илеш районы Иҫке Күктау ауылында Мәҙәниәт йорто асылды

Күптән түгел, 26 ғинуарҙа Илеш районының Иҫке Күктау ауылында яңыртылған Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы уҙҙы. Ауыл халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлау өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килгәйне. Мәҙәниәт усағы «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән, тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Илеш районының мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуға, ауыл биләмәләрендә тейешле шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Башҡортостанда мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Улар ауыл халҡының ялын юғары кимәлдә ойошторорға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек тыуҙыра. Яңыртылған клуб ауыл халҡы өсөн яңы офоҡтар асыр, яңы һәләттәр йәлеп итер, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итер тип ышанам», —  тине министр.

Иҫке Күктау ауыл Мәҙәниәт йортоноң дөйөм майҙаны 734 квадрат метр тәшкил итә. Учреждениела 300 урынға иҫәпләнгән ҙур тамашалар залы, шулай уҡ иркен сәхнә һәм грим һалыу бүлмәләре бар. Бинала заманса китапхана, компьютер залы, методик һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, балалар сәнғәт мәктәбе өсөн, хореография һәм баян буйынса кластар урынлашҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb