2022 йылдың 9 июлендә яҡташыбыҙ, легендар летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тула. Ошо уңайҙан кисә, 8 июлдә, Геройҙың тыуған ерендә – Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Муса Гәрәевкә һәйкәл асыу тантанаһы үтте.
Тантаналы сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков, мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, экология министры урынбаҫары Азат Басиров, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәхтизин, республика ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Алмаз Сәйетов ҡатнашты. Шулай уҡ Муса Гәрәевтең улы Евгений Гәрәев, килене, ейәндәре, туғандары булды. Геройға һәйкәл муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенә төҙөлдө. Авторы – Магнитогорск ҡалаһынан скульптор Сергей Елкин.
Артабан тантана геройҙың тыуған төйәгендә – Ташшишмә ауылында һабантуй рәүешендә дауам итте. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин сәләмләү һәм ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
– Беҙ бөгөн ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның тыуған төйәгенә йыйылдыҡ. Уның ауыл халҡының иң яратҡан һәм көтөп алған байрамдарының береһе – һабантуй менән тура килеүе икеләтә ҡыуаныслы. Был байрамға башҡа район һәм ҡала вәкилдәренең килеүе лә шатлыҡлы, – тине ул. – Бөгөнгө байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, яҡшы кәйеф теләйем. Герой-яҡташыбыҙҙың тыуған көнө менән тура килгән хеҙмәт байрамы алдыбыҙҙа торған эштәр һәм яңы ҡаҙаныштар өсөн көсөбөҙҙө арттырһын!
Геройҙың юбилей сараһында Константин Толкачев, Рафаэль Мәрҙәншин, Илдар Әхмәтвәлиев сығыш яһаны.
– Данлы геройҙың исеме илебеҙ, Башҡортостан тарихына мәңгелеккә яҙылған, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Күренекле яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың иң лайыҡлы һәм данлы улдары тураһында һорау килеп тыуһа, һәр кемдең хәтерендә тап ошо исем беренселәрҙән булып ҡалҡып сыға. Уны барыһы ла белә. Ул – юғары бейеклектәге герой һәм полководец, уның абруйына һүҙ тейерлек түгел. Геройҙың яҡташтары ла Муса Ғайса улы Гәрәевтең исемен юғары йөрөтөр, уның эштәренә, ҡаһарманлыҡтарына тиңләшер, хеҙмәттә һәм тормошта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер тип ышанам. Беҙ Геройыбыҙҙың илһөйәрлек рухын һаҡларға, балаларыбыҙҙа сыҙамлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
“Первушин” аэродромы осоу төркөмөнөң күрһәтмә сығышы байрамдың ысын биҙәге булды.
Артабан ҡунаҡтар Ташшишмә ауылында яңы ғына төҙөкләндерелгән, ремонттан һуң үҙ ишектәрен асҡан М.Ғ. Гәрәевтең йорт-музейында булды.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, райондың һәүәҫкәр коллективтары сығыш яһаны. Милли уйындар һәм спорт ярыштары ла әүҙем үтте. Һабантуй биләмәһендә фотоһүрәттәр өсөн зона, тирмәләге музей, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолдо.