Башҡортостанда хәрби осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторолдо. Илеш районында урынлашҡан яңы үҙәк Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йорто филиалдарының береһе буласаҡ. Тарихи-мәҙәни үҙәктәр милли үҙаңды тергеҙеү, мәҙәни йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторола. Әле республикала ошондай 17 ойошма бар.
Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы — Муса Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Иләкшиҙе ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бишҡурай мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Өфө тимер юл техникумында дауам итә. Шул осорҙа авиация менән ҡыҙыҡһына башлай, аэроклубҡа йөрөй.
Үҙенең осоусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Энгельс ҡалаһындағы хәрби осоусылар мәктәбенә юллана, ләкин уны тамамларға насип булмай. 1942 йылдың көҙөндә Ватанды һаҡларға яуға китә. Хәрби осоусы, Сталинград фронтына ебәрелеп, 1945 йылға тиклем Көнсығыш Пруссияғаса һуғыш юлы үтеп, Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көрәшә. 250 тапҡыр осош яһап, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.