Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

18 декабрҙә Илеш районында “Мәҙәниәт” милли пректы сиктәрендә ике мәҙәниәт учреждениеһы сафҡа индерелде. Был сараларҙа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.

Андреевка ауылында модель китапхана һәм яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды. Бер ҡыйыҡ аҫтында кино-концерт, дискотека, хореография залдары, хор һәм театр стулиялары, музей-күргәҙмә комплексы  урынлаша.

Ябалаҡ ауылының яңы мәҙәниәт йорто 300 урынлыҡ зал, балалар, өлкәндәр шөғөлләнһен өсөн бүлмәләр, балалар сәнғәт мәктәбен, китапхананы берләштерә.  Мәҙәниәт йорто Ябалаҡ, Илеш, Үрге Юлдаш һәм Иҫке Татыш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb