29 ғинуарҙа “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” циклы сиктәрендә йырсы Илфак Смаковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған тамаша үтә. Илфак Смаков үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған легендар йырсы. Уның ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны .
Илфак Мөжип улы Смаков — Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Илфак Мөжип улы 1940-сы йылдың 2-се ғинуарында Башҡорт АССР-ң Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған. 1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған (Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина классы).
1963—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, актив концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Көслө, матур тауышлы. Йырсының башҡорт манераһы, хислеге һәм асыҡлығы менән айырылып тора. Смаковтың концерт репертуарында башҡорт композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары урын алған: "Еҙ ҡыңғырау моңдары", "Яҙҙар булһа", "Урап, урап,ҡарҙар күмә", "Сәскәләр уяныр", "Үҙ яғыма ҡайтһам", "Юҡҡа түгел" ...
Ҡатыны — Асия Смакова, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы.
Илфак Смаков үткән быуаттың 80-се йылдарының иң популяр йырсыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989), Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы (1985), Башҡорт АССР-ң атҡаҙанған артисы (1978).
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай. 29 ғинуар Илфак Смаков башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, уның моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Тамашаны филармонияның йәш режиссеры Илшат Ғәлимйәнов сәхнәләштерә.