«Китап» нәшриәтендә өр-яңы китап донъя күрҙе. Илгизәр Диҡҡәттең «Башҡорт көсө» китабында 18–19 быуаттарҙа билдәле булған, беҙҙең көндәргә хикәйәт, легенда рәүешендә килеп еткән тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә. Яҙыусы, рус ғалимы, тарихсы Лев Гумилевтың халыҡтың килеп сығышы, үҫеше, йәшәйеше тураһындағы хеҙмәттәрен өйрәнеп, милләтебеҙҙең бөгөнгө көнөнә үҙенсәлекле баһа бирә.
Мәғлүмәт өсөн: Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы— прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 1967 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Илгизәр 1984 йылда баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайта. 1992 йылда университетты тамамлағас, Күгәрсен районында уҡытыусы булып эшләй. Ейәнсура башҡорт гимназияһында «Тормош һабаҡтарын» уҡыта һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Рәсәй Федерацияһы мәғариф институтының Башҡортостан филиалында, «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. И. Д. Бураҡаев — «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторҙарының береһе.
Яҙыусының хикәйәттәре һәм мәҡәләләре республикабыҙҙың «Ағиҙел», «Ватандаш», «Шоңҡар» журналдарында һәм гәзиттәрҙә баҫылып тора. Уның әҫәрҙәре 2000 йылда «Күк бүреләре» тигән айырым китап булып нәшер ителде. Был хикәйәттәр башҡорт легендаларына һәм риүәйәттәренә нигеҙләнеп, тарихи факттарға таянып яҙылған. Уларҙың бөтөнөһөн дә бер фекер берләштерә: заман үҙгәрһә лә, халыҡ, милләт алдында әленән-әле тыуып торған проблемалар ҡала килә һәм һәр халыҡ уларҙы үҙенә генә хас милли үҙенсәлектәргә таянып хәл итә ала.