Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында йәнә тифлокомментарийлы спектакль үтте.
Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы тифлокомментаторы Татьяна Резяпкина насар күргән һәм күреү һәләтенән мәхрүм йәш тамашасылар өсөн «Насретдиндың алтын ишәге» әкиәтен комментарийланы.
Спектакль башланыр алдынан һуҡыр һәм насар күреүсе тамашасыларға махсус приемник һәм ҡолаҡсын таратып бирелә. Тефлокомментатор сәхнәлә барған күренештәрҙе үҙе алдан яҙған сценарий буйынса һөйләй бара һәм шул рәүешле күреү һәләтенән мәхрүм тамашасыға спектаклде аңлап ҡабул итергә ярҙамлаша. Белгес геройҙарҙың хәрәкәттәрен генә түгел, уларҙың костюмдарын, сәхнәнең биҙәлешен дә һүрәтләп бирә.
Үҙенсәлекле тамашасылар өсөн спектакль Алишер Усмановтың «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.