Илһам Байбулдин өзләп башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурс еңеүселәре иҫәбендә

Илһам Байбулдин өзләп башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурс еңеүселәре иҫәбендә

Күптән түгел 16-17 ноябрҙә Хакасия республикаһында халыҡ – ара өзләп башҡарыусыларҙың беренсе тапҡыр «Хай-мӧрій» исемле конкурсы үтте.

Сарала Башҡортостан, Алтай, Саха (Яҡут), Ҡалмыҡ, Бүрәт, Ҡытай һәм Монголия илдәренән сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.

Күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған жюри ағзалары Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендә йәшәүсе өзләүсе йырсыларҙы баһаланы.

Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестиваль конкурсы лауреаты,  Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Байбулдин Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Ул өс әҫәр башҡарҙы һәм 3 дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Бәйге Хакасия республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында үткәрелә. Сараны ойоштороусы – Хакас республикаһының Ватан Чаптыков исемендәге ҡала филармонияһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb