“Илһам” вокал ансамбле Ҡазанда үткән “Ҡанатлы барыҫ” бөтә донъя фестиваль-конкурсында уңыш яуланы

“Илһам” вокал ансамбле Ҡазанда үткән “Ҡанатлы барыҫ” бөтә донъя фестиваль-конкурсында уңыш яуланы

Баймаҡ ҡалаһы 2-се һанлы мәктәбенең “Илһам” вокал ансамбле Ҡазанда үткән “Ҡанатлы барыҫ” бөтә донъя фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһаны. Светлана Үтәева етәкләгән ансамбль йондоҙҙары Гран-при һәм призлы урындар яулап ҡайтты.

Баймаҡтың "Вдохновение" балалар вокал ансамбле туғыҙ йыл элек барлыҡҡа килгән. Ошо йылдар эсендә ул бәләкәй ҡала кимәленән Рәсәй һәм унан ситтә лә еңеү яулауға өлгәшкән билдәле ансамблдәрҙең береһе булып китте. Төркөмдө йыр-моңға һәләтле балаларҙы күреп, уларҙың артабан да үҫеүенә,талант булып асылыуына күп көс һалған, төрлө идеялар менән янып йәшәгән педагог Светлана Утәева етәкләй. 25 йыл буйына балаларға музыка дәресенән белем биргән укытыусының тырыш хеҙмәте ансамбль балаларының уңышында.

Балалар вокал ансамбле тиҫтә йылдар эшләү дәүерендә Рәсәйҙең Мәскәү, Сочи, Санкт-Петербург ҡалаларында уткән конкурстарҙа еңеү яуланы, уларҙы хатта сит илдәрҙә – Берлин, Прага, Париж сәхнәләрендә лә көслө алҡыштарға күмеп оҙаттылар. Ансамблдең репертуарында башҡорт эстрада йырҙары ғына түгел, ә билдәле сит ил композициялары ла бихисап. Төркөм башлыса хәҙерге заман йырҙарына күберәк өҫтөнлөк бирһә лә, уларҙы үҙенсәлекле итеп башҡарыу, рус халыҡ йырҙарын да ҡулланыу балаларға төрлө жанрҙа эшләү күп төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.

Ҡазандың “Ҡанатлы барыҫ” унынсы бөтә донъя фестиваленән дә Баймак йондоҙсоктары сираттағы еңеү менән ҡайтты. Яҡташтарыбыҙ ике меңдән ашыу конкурсанттар араһында үҙҙәренең номинацияларында Гран при һәм беренсе урындарҙа яуланы.

Әле ансамбль йыл аҙағында үткәрелә торған йомғаклау концертына әҙерләнә. Талапсан педагог Светлана Үтәеваның тәрбиәләнеүселәре Баймаҡ сәхнәһендә лә көтөп алынған йондоҙҙар. Бай репертуар,сит ил композиторҙарының йырҙары булыуы ла концерттарҙың аншлаг менән үтеүенә мөмкинлек бирә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb