Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Илһам»дан илһам алып
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 23 ноябрь 2016
«Илһам»дан илһам алып
Салауат районының Малаяҙ балалар сәнғәт мәктәбенең 25 уҡыусыһы Өфө ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй “Өн тылсымы” һәм «Илһам» халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашып, яңынан-яңы еңеүҙәр менән ҡайтты.
“Өн тылсымы” Бөтә Рәсәй конкурсында беҙ¬ҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ тәүләп ҡатнашып, яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтте. Конкуренция бик көслө булыуға ҡарамаҫтан, алты уҡыусыбыҙ дипломдар менән билдәләнде.
«Илһам» халыҡ-ара фестиваль-конкурсында уҡыусыларыбыҙ йылдың-йылы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был юлы ла уҡытыусы Радик Хановтың һуҡма инструменттар класы уҡыусыһы Ринат Монасов ксилофонда ҡатмарлы әҫәрҙәр уйнап, II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Ҡурай класында уҡыусы Йәлил Кәримов (етәксеһе – Р. Нурмөхәмәтов) I дәрәжә дипломант исемен яуланы.
Йәш пианистарҙан Элиза Исламова (етәксеһе – С. Заһиҙуллина), Кристина Бай¬мө¬хәмәтова менән Роксана Хәмиҙуллина (етәксеһе – М. Фәйзуллина) II дәрәжә дипломанттар булды.
Ансамбль дуэттары Алина Лобова менән Софья Кис¬ме¬реш¬кина, Карина Заһретдинова һәм Айгөл Ғәйфуллина – (етәкселәр – С. Кузнецова, М. Фәйзуллина) – III дәрәжә дипломанттар.
Сәнғәт мәктәбенең “Гүзәл” бейеү ансам¬бле бик сағыу, матур ике бейеү күрһәтеп, дипломанттар исемен алды. Уларҙы етәксеһе Резеда Арсланова әҙерләне.
Шулай уҡ конкурста уҡытыусы Нурдания Вәлиуллинаның тәрбиәселәре баян буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Баян класының 2-се класс уҡыусыһы Тимур Усманов конкурста тәүләп ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алды – III дәрәжә дипломант булды. Илнур Имаев, Илшат Мөхәмәтйәнов, Александр Чернышев та дипломант исемдәрен алды.
Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар! Һеҙгә яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Анфиса Хөснөтдинова,
Балалар сәнғәт мәктәбе директоры.
Сығанаҡ: “Йүрүҙән” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө