"Импульс” ансамбле Санкт-Петербургта үткән “Малахит ҡумта” Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр конкурс-фестиваленән уңыш менән ҡайтты

"Импульс” ансамбле Санкт-Петербургта үткән “Малахит ҡумта” Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр конкурс-фестиваленән уңыш менән ҡайтты

Краснокама районының "Импульс” ансамбле Санкт-Петербургта үткән “Малахит ҡумта” Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр конкурс-фестивалендә Башҡортостан данын уңышлы яҡлап ҡайтты. Ҡуян ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларын берләштергән ансамбль – төбәктә билдәле коллективтарҙың береһе. Уның етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Рамаҙанов. Рәсәй кимәлендәге конкурста “Импульс” I дәрәжә лауреат исеменә, диплом һәм кубокка лайыҡ булған. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында йыл һайын үткәрелгән ижади бәйгелә быйыл Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 80 коллектив, 130 яңғыҙ башҡарыусы һәм дуэт ҡатнашҡан. Әлеге кимәлдәге конкурста еңеү – сәнғәт мәктәбе коллективы өсөн оло ҡаҙаныш һәм ғорурлыҡ ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb