Индонезияның Тенгаронг ҡалаһында Бөтә донъя Фольклориадаһы-2020 менән таныштырыу сараһы үтте

Индонезияның Тенгаронг ҡалаһында Бөтә донъя Фольклориадаһы-2020 менән таныштырыу сараһы үтте

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты хәбәр итеүенсә, 25 октябрҙә Индонезияла Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советының Генераль ассамблеяһы (CIOFF) ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек барышы менән таныштырҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указға ҡул ҡуйыуы һәм әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ойоштороу комитеты һәм федераль саралар планы булдырылыуы хаҡында әйтелде.

Шулай уҡ республика кимәлендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитетын һәм эшсе төркөмдө раҫлаған. Төбәк ойоштороу комитеты әҙерләгән план проекты Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы Генераль ассамблеяһына тапшырылды һәм уның ағзалары тарафынан хупланды.

47-се Бөтә донъя СИОФФ конгресында, 2016 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлгән Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыу өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында, Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы Башҡарма комитеты һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында Килешеү төҙөлдө. Был килешеүҙә 2020 йылғы төп мәҙәни сараға әҙерлек һорауҙары ҡаралған.

СИОФФ президенты Филипп Боссан Фольклориадаға һәм киләһе йылдың сентябрендә Башҡортостанда уҙасаҡ 48-се Бөтә донъя халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре советы конгресына әҙерлек юғары кимәлдә алып барылыуын билдәләне.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb